+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Халиҡов уҡыуҙары"нда ҡатнаштыҡ

20 мартта Бүздәктәге 1-се мәктәптә үткән VII "Халиҡов уҡыуҙары" күренекле шәхесебеҙ Муллайән Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланды.

Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ

Ишек төбөндә үк шат йөҙлө ҡыҙ һәм егеттәр менән бергә урындағы ҡоролтай рәйесе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина сараға килеүсе һәр кемде ҡаршы алды. Конференция тантаналы рәүештә М.Халиҡов бюсы янына сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Пленар өлөштә мәртәбәле ҡунаҡтар – Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы Усманова, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының тарих буйынса белгесе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев һәм башҡалар ҡатнашты.  

Артабан эш секцияларҙа дауам итте. Тәүге турҙы уңышлы үткән 151  ҡатнашыусы саҡырылған ине.  Йыраҡ ара тип тормағандар, Белорет  яҡтарынан да килгәндәр.

 Әлшәй районы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының X”Б” синыфы уҡыусыһы Данил Шәйәхмәтовтың (етәксеһе – З.Й. Гәрәев)  “Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғандар эҙенән” тигән эшендә ҡуйылған маҡсатына ирешкәнлеге, теманы тәрән өйрәнгәнлеге күренеп тора. Бүздәктәге 2-се мәктәптең V уҡыусыһы Раил Имәғилов (етәксеһе – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Р.Төхвәтшина), Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусының VIII синыф уҡыусыһы Арсен Өмөтҡолов (етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Р.Әйүпов) һәм башҡаларҙың эштәре маҡтауға лайыҡ.

 

Үрге Йәркәйҙәге  1-се гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы Лилиә Валерьевна Фазлыеваның  уҡыусылары Халиҡов уҡыуҙарында йыл да ҡатнашып, призлы урындар ала. Әйткәндәй, быйыл Лиана Насретдинованың Ленинград блокадаһына бағышланған эше жюри тарафынан юғары баһаланды: ул - еңеүсе!

Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған үҙенсәлекле кроссвордтарҙың ниндәйе генә юҡ!   Бүздәктәге 1-се мәктәптең III синыф уҡыусыһы Артур Рапеев (етәксеһе - башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Хәкимова С.Р.)  бөтә залды үҙенең  үҙенсәлекле кроссворды  менән таң ҡалдырҙы.     Призерҙар араһында үҙемдең уҡыусым дүртенсенән Артур Фәррәхов та бар.

 

Еңеүсе һәм призерҙарға иҫтәлекле статуэтка, “Халиҡов уҡыуҙары – 2024” тигән таҫма, иҫтәлекле бүләктәр һәм  Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырылды.

Шулай уҡ конференция барышында  Бүздәк районы Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре (директоры А.А.Йәнбухтина)  “Беҙҙең яугирҙарға татлы бүләктәр” тигән тематик майҙансыҡ ойошторҙо. Ҡатнашыусылар әҙер шаблондарға яугирҙарға үҙҙәренең теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен яҙып тапшырҙы.

Ойоштороусыларға, айырыуса Зилә Рауил ҡыҙына ошондай тәрән йөкмәткеле сараны матур итеп үткәргәндәре өсөн рәхмәтебеҙ ҙур.

   Эйе, быйылғы Халиҡов уҡыуҙары тамамланды. Күпме  асыштар, хистәр, шатлыҡ, уйланыуҙар... Тәрән йөкмәткеле тикшеренеү эштәрен башҡарған уҡыусыларҙың киләсәге өмөтлө булыр, тип уйлайым.

 

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Илеш районы,

Исәмәт мәктәбе

Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Халиҡов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: