+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Онлайн-консультацияларға рәхим итегеҙ!

Сығарылыш синыфы уҡыусылары – туғыҙынсылар һәм ун беренселәр, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар башланыуы тураһында хәбәр итә.    

Онлайн-консультацияларға рәхим итегеҙ!
Онлайн-консультацияларға рәхим итегеҙ!

2024 йылдың 1 апреленән бөтә фәндәр буйынса юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәрҙән иң шәп уҡытыусылар, республика предмет комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары консультациялар үткәрә башлаясаҡ. 

Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 2 апрелдән 25-енә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна 15.00 – 17.00 сәғәттә, ә Төп дәүләт имтиханы буйынса 3 апрелдән 26-һына тиклем һәр шаршамбы һәм йома шул уҡ ваҡытта дәрестәр үтәсәк. Улар Ю-туб каналында трансляцияланасаҡ. 

Башҡортостан Республикаһының электрон белем биреү порталында имтихандарға әҙерләнеү материалдар онлайн-консультацияларға һылтанмалар бирелә. 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: