Ул Өфөлә 23 мартта үтергә тейеш ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ваҡыты күсерелде һәм иртәгә, 30 мартта уҙасаҡ.
Был көндә атай-әсәйҙәр тарихтан Берҙәм дәүләт имтиханын биреп ҡараясаҡ. Әйткәндәй, уны 2024 йылда 2 мең тирәһе сығарылыш синыфы уҡыусыһы һайлаған.
Һынау ваҡытында ата-әсәләр үҙҙәрен балалары урынына ҡуйып ҡарап, улар имтиханда үтәсәк бөтә процедуралар менән танышасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған вариантын тәшкил иткән эшлекле уйында тарих буйынса белемдәрен тикшереп ҡараясаҡтар.
Үткәреү урыны: Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы (Степан Кувыкин урамы, 100).