+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

I синыфҡа яҙҙырыу бара

1 апрелдә кескәйҙәрҙе 2024/2025 уҡыу йылына беренсе синыфҡа яҙҙырыу башланды. 

I синыфҡа яҙҙырыу бара
I синыфҡа яҙҙырыу бара

Хәҙер күпселек атай-әсәйҙәр балаларының документтарын электрон форматта бирә. Тәүге ике көндә генә 11 меңдән ашыу ғариза яҙылған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 2,3 меңгә күберәк. 

Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәргә мөмкин. Мәктәпкә документтарҙың төп нөсхәләрен алып барыу ҙа талап ителмәй. Өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғын биргән документтар ғына кәрәгәсәк.

30 июнгә тиклем йәшәгән урын буйынса һәм, кем өҫтөнлөк менән файҙалана, шуларҙың документтарын ҡабул итәсәктәр. 3 июлдә мәктәпкә алыныу тураһында бойороҡ сығарыласаҡ. 

6 июлдән 5 сентябргә тиклем балаңды уҡытырға теләгән мәктәпкә ғариза яҙырға мөмкин. Урын ҡалһа.

Кемдәрҙе иң беренсе булып белем усағына аласаҡтар һуң? Апай-ағайҙары шул мәктәптә уҡыһа; махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын; прокуратура, суд, тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм шулай уҡ хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балаларын.

 Фото: yandex.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: