Мәскәү өлкәһенең Мәғариф дәүләт университетында уҙған йомғаҡлау этабында IX синыфтар араһында Өфөләге А.Ш.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназиянан Камилла Нурисламова, X синыфтар араһында Бөрө ҡалаһындағы 2-се мәктәптән Ангелина Яндыганова, XI синыфтар араһында Өфөләге А.Ш.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназиянан Арсений Ганцев абсолют еңеүсе булды.
Шулай уҡ ун беренселәр - Октябрьский ҡалаһындағы 10-сы мәктәптән Аделя Моисеева, Стәрлетамаҡтағы 5-се гимназиянан Роберт Рәхмәтуллин, Туймазылағы 7-се мәктәптән Аделия Хәйруллина еңеүсе исеме алды.
Призерҙар ҙа бар: Өфөләге 94-се лицейҙың VII синыф уҡыусыһы Марат Зәйнуллин, Нефтекамалағы 1-се гимназиянан VIII синыф уҡыусыһы Дауыт Шакиров, Өфөләге 91-се гимназиянан X синыф уҡыусыһы Артем Жук. Ҡотлайбыҙ!
Балалар олимпиадаға "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә әҙерлек үткән.
Фото: avroracenter.