+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Биш йылда – 44 мәктәп

Үтеп киткән аҙналағы иң һуңғы мәғариф яңылыҡтары – түбәндә.

Биш йылда – 44 мәктәп
Биш йылда – 44 мәктәп

Рәсәй төбәктәрендә “Белем” фестивале үтә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған сара Сорғот ҡалаһында ла ойошторолдо. Беҙҙән унда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһы, Сибай ҡалаһының 3-сө полилингваль күп профилле интернат-гимназияһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре барҙы. Байрамда милли уйын ҡоралдарында уйнау, биҙәүестәр яһау, робототехника, авиамоделләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Форумда Ханты-Манси округынан һәм Белгород өлкәһенән башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрендә белем алыусы 111 бала ҡатнашты.

* * *

Өфөгә Алтай Республикаһы делегацияһы килде. Улар баш ҡалалағы иң алдынғы лицей, гимназия һәм балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты. “Ҡанатлан” форумының пленар өлөшөндә булырға ла өлгөрҙөләр. Яңы белемгә эйә булып ҡына ҡалманы ҡунаҡтар, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән дә уратҡлаштылар.

* * *

Сибай ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Платонов һыу ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арналған бәйгелә еңеп сыҡты. 21 – 23 апрелдә Мәскәүгә суперфиналға саҡырылған 18 уҡыусы араһында ул да бар. Дима “Урал аръяғы күлдәре – Ҡултабан менән Өскүлде гидробиологик тикшереү” атамалы эш яҙған.

* * *

Бөрө коррекция интернат-мәктәбе уҡыусылары “Беренселәр хәрәкәте”нә алынды. Уның вәкилдәре балаларға хәрәкәттең маҡсаттарын аңлатты. Уйындар ҙа уйнап алдылар. Интернат-мәктәптең 15 синыфынан 228 бала хәҙер ғорур рәүештә “беренселәр”ҙең галстугын тағып йөрөй.

* * *

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һуңғы биш йыллыҡ йомғаҡтары менән бүлеште. Төбәгебеҙҙә 44 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы сафҡа ингән, 8 полилингваль мәктәп төҙөлгән. “Мәғариф” милли проекты ярҙамында 650 ойошма цифрлы ҡорамалдар алған, 665 “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәге үҙ ишектәрен асҡан, 9 "IT-куб” үҙәге һәм бер нисә технопарк эшләй башлаған. Күп мәктәптәргә ремонт яһалған, автобустар алынған.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: