-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Хуш, мәктәбем, һау бул, бала сағым!Ҡыңғырауҙар һибә һағышын…Мәңге хәтеремдә уйылып ҡалыр,Уҡытыусым, йырлы тауышың...

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары уҙа. Башҡортостандың белем усаҡтарын быйыл 14,5 меңгә яҡын XI һәм 47 меңгә яҡын IX синыф уҡыусыһы тамамлай.
Ҡәҙерле сығарылыш синыфы уҡыусылары! Ҡасан ғына I синыфҡа килеп, тәүге тапҡыр парта артына ултырғайнығыҙ, мәктәп йылдары һиҙелмәй үтеп тә киткән. Бөгөн һеҙ һаубуллашыу байрамына йыйылдығыҙ. Бер аҙ моңһоуҙыр ҙа, сөнки тиҙҙән бала саҡ, мәктәп йылдары менән хушлашаһығыҙ. Икенсенән, күңелегеҙҙе ҡыуаныслы, матур уй-хыялдар ҙа биләп алғандыр. Ысынлап та, алда һеҙҙе тормоштоң өр-яңы баҫҡысы, күпме асыштар, мөмкинлектәр көтә! Шуны онотмағыҙ: киләсәгегеҙҙең ниндәй булыры бары тик үҙегеҙҙең тырышлыҡ, маҡсаттарға бәйле.
Барығыҙға ла дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуығыҙҙы һәм ҡулдарығыҙға өлгөргәнлек аттестаттарын алыуығыҙҙы теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Фотола: Республика инженер интернат-лицейының  XI  синыфынан уҡыу отличниктары Вадим Харисов менән Рәзинә Шаһморатова ҡыңғырау сыңын ишеттерә.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: