Географиянан - 4, әҙәбиәттән 2 уҡыусы иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының XI "Г" синыфынан Дилә Хәйруллина ла химиянан имтиханды 100 балға тапшырған. Уның уҡытыусыһы - Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамазанова. Был, әлбиттә, уҡыусы менән етәксенең тырышлығы һөҙөмтәһе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, химиянан барлығы 2423 кеше имтихан тапшырған һәм уларҙың 630-ы 82 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған.
Республикала 100 балл алыусы уҡыусыны әҙерләгән педагогтарға - 50 мең күләмендә, Башҡортостандың юғары уҡыу йортона ингән абитуриентҡа иһә 150 мең һум премия түләү ҡаралған.
Фото: vk.com.