+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

X синыфта 100 балл алған!

Баймаҡтағы 4-се лицейҙың X синыф уҡыусыһы Денис Хисаметдинов географиянан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып, 100 балл алған.

X синыфта 100 балл алған!
X синыфта 100 балл алған!

 Республикала ошо фән буйынса 100 балл алған 4 уҡыусының береһе ул!

Денис бәләкәйҙән география менән ҡыҙыҡһына. Планеталар, йондоҙҙар тураһында барыһын да белә. Һәр илдең баш ҡалаһын әйтеп бирә ала. Денис быйыл география буйынса республика олимпиадаһында ла призлы урын яулаған.

Ул шулай уҡ гитарала уйнай, конструкторлау менән мауыға. Ата-әсәһе Илнур Ғәли улы һәм Әлфиә Урал ҡыҙы улдарына һәр саҡ ярҙам итеп, хуплап тора. Географияға һөйөүҙе уҡытыусыһы Миләүшә Бәхти ҡыҙы уятҡан. 

Афарин, Денис!

Һәләтле уҡыусы тураһында Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: