Бөгөн ике предметтан имтихан һөҙөмтәләрен белергә мөмкин. Урыҫ теленән БДИ-ны 14171 уҡыусы тапшырған, уларҙың 11-е 100 балл алған.
Йүнәлешле математиканан иһә 7652 кеше һынау тотоп, 31-е 100 балл йыйған.
Был турала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең сәхифәһендә яҙҙы.
Фото: vk.com.