-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Һеҙ – республикабыҙ ғорурлығы"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призёрҙары менән осрашты.

"Һеҙ – республикабыҙ ғорурлығы"
"Һеҙ – республикабыҙ ғорурлығы"

Унда төрлө фәндәр буйынса йыйылма командалар тренерҙары ла килгәйне. Осрашыу Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үтте.

Быйыл Рәсәй кимәлендә еңеүсе һәм призёрҙар һаны 52-гә еткән, йәғни биш йыл элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Был – беҙҙең республика өсөн бик мөһим күрһәткес. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостанға Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биреүселәр һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр, призёрҙар һанына ҡарап, федераль программа буйынса мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә 10 миллионға яҡын аҡса бүленгән, был иһә 140 белем усағын яңыртырға мөмкинлек биргән. Бына ниндәй һөҙөмтә!

Башҡортостан Башлығы әлеге ваҡытта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына, уларҙы әҙерләүсе педагогтарға премияны арттырыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләүе тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ҡараған республика юғары уҡыу йорттарына ингән студенттарға 150 мең һум күләмендә түләүҙе олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына ла булдырасаҡтар. Әлегә был премия Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусыларға ғына түләнә. 

 – Осрашыу өсөн рәхмәт. Һеҙ – Башҡортостандың ғорурлығы. Һеҙгә уңыштар, һөнәр һайлағанда яңылышмауығыҙҙы теләйем! – тине Радий Хәбиров республиканың һәләтле уҡыусылары менән осрашыу аҙағында. 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: