Уны асыу тантанаһында балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, баһалама комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөбөтдинова, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү интернат- гимназияһы директоры Ринат Халиҡов, былтырғы "Урал батыр" конкурсы еңеүсеһе, Республика инженер интернат-лицейы уҡыусыһы Рәзинә Шаһморатова сәләмләне.
Йомғаҡлау этабында 53 йәш сәсән һәм 17 фольклор коллективы ҡатнаша. Тәүге тапҡыр Запорожье өлкәһенән уҡыусылар килгән.
Быйылғы конкурс Өфөнөң 450 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала. Шул айҡанлы Өфө, Салауат Юлаев тураһында һәм милли батырыбыҙ үҙе ижад иткән шиғырҙар менән видеоконкурс та иғлан ителгән.
Бәйгене ябыу тантанаһы 26 июндә сәғәт 11-ҙә Өфө балалар филармонияһында уҙасаҡ (Октябрь проекты, 33).