+13 °С
Ясно
VKOKМакс

Сығарылыш кисәләре уҙа

Быйыл республикала IX синыфты —  50 меңдән ашыу, XI 15 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сығарылыш кисәләре уҙаСығарылыш кисәләре уҙа
Сығарылыш кисәләре уҙа

Башҡортостандың белем усаҡтарында 28 июндә — туғыҙынсылар, 29-ында ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре уҙа. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡулдарына аттестат аласаҡ. Ә уҡыу алдынғыларының алтын йәки көмөш миҙал алыу мөмкинлеге бар. Алтын миҙал өсөн аттестатта тик "бишле"ләр генә булыуы шарт, шулай уҡ урыҫ теле һәм тағы бер фәндән Берҙәм дәүләт имтиханында алған балл 70-тән күберәк булырға тейеш. Көмөш миҙалға ике генә "дүртле"һе булған, урыҫ теле һәм тағы бер фәндән имтиханды 60 балға тапшырған уҡыусылар дәғүә итә.

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас