Республикабыҙҙың сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл. Кисә - IX, бөгөн XI синыфты тамамлаусылар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Яңы тормошҡа юллама. Мәктәпте тамамлаусыларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ та, бер аҙ һағыш та сағыла. Тормоштарының бер этабы уңышлы тамамланды, әммә белем усағы, уҡытыусылар, синыфташтар менән айырылышыуы бик яманһыу, әлбиттә. Барлыҡ матур уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, йәштәр!