+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәпте — алтын миҙалға

Республикала сығарылыш кисәләре үтте. Өфөлә 4300-ҙән ашыу кешегә аттестат тапшырылды. Уларҙың 588-е мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. 

Мәктәпте — алтын миҙалға
Мәктәпте — алтын миҙалға

 II дәрәжә "Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн" көмөш миҙалына иһә 406 сығарылыш синыфы уҡыусыһы лайыҡ булды. Аттестатында бер-ике "дүртле"һе булған, урыҫ теленән һәм тағы бер фәндән һынауҙы кәмендә 60 балға тапшырғандарға бирелә ул. 

Был миҙалдар юғары уҡыу йортона ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балдар бирә.  

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы сығарылыш синыфы уҡыусыларын тәбрикләргә Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова ла килгәйне. Матур киләсәк теләйбеҙ һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: