+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленән 95 балл йыйған

Быйыл Хәйбулла районында башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын бер уҡыусы тапшырған. Ул – Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Айзилә Әминева.

Башҡорт теленән 95 балл йыйған
Башҡорт теленән 95 балл йыйған

– Ҡыҙыбыҙҙың телһөйәр булыуы өләсәһенән күскәндер, тип уйлайым. Әсәйем Айһылыу Айса ҡыҙы Таһирова Йылайыр районының Һабыр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Ейәнсәренең флаг тотоп, башҡорт теленән имтихан тапшырырға барғанын күрһә, бик ҡыуаныр ине, – ти Айзиләнең әсәһе Айгөл Рыҫкилде ҡыҙы.

Телһөйәр ҡыҙ математиканан имтиханды – “бишле”, урыҫ теленән “дүртле”гә тапшырған. 

– Барлыҡ уҡытыусыларыма, шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Сәлихйән ҡыҙы Юнысоваға (аҫтағы фотоһүрәттә – Ред.) рәхмәт. Улар төплө белем биргәс, имтихандарҙы еңел тапшырҙым, – ти Әбеш ауылы ҡыҙы.

Әсәһе мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләгәнгә күрә, Айзилә йыр-бейеүгә әүәҫ булып үҫә. Ә шофёр булып эшләгән атаһы Зөфәр Рамаҙан улынан оҫта итеп машина йөрөтөргә өйрәнеп алған, автомәктәптә уҡырға өлгөргән. Киләһе айҙа, 18 йәше тулғас, сая ҡыҙ водитель танытмаһын аласаҡ.

Үҙе әйтеүенсә, Айзилә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле бүлегенә уҡырға инергә йыйына.

Фото: Айзилә Әминеваның шәхси архивынан.

 

Башҡорт теленән 95 балл йыйған
Башҡорт теленән 95 балл йыйған
Башҡорт теленән 95 балл йыйған
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: