+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт егете башҡорт лицейын данлай

21 - 30 июлдә Сәғүд Ғәрәбстанында уҡыусыларҙың 56-сы халыҡ-ара химия олимпиадаһы үтә. Унда Рәсәй командаһы составында Өфөләге Республика инженер интернат-лицейынан Вадим Харисов, Мәскәүҙән Тимур Әхмәтов, Матвей Васияров, Алексей Шарпило ҡатнаша.

Башҡорт егете башҡорт лицейын данлай
Башҡорт егете башҡорт лицейын данлай

Егеттәр олимпиадаға Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында ойошторолған йыйында әҙерләнгән. Рәсәй командаһына еңеү теләйбеҙ.

Әйикәндәй, Вадим Харисов үҙе - Межгорье ҡалаһынан, VI синыфтан Республика инженер интернат-лицейында уҡыны. Һәләтле һәм тырыш егет 2023 йылда химия буйынса 55-се халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яулағайны. Швейцариянан Рәсәй командаһы составында еңеп ҡайтты, шулай уҡ Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында, Ҡытайҙа ла I урын алды. Бына шулай Башҡортостанды, башҡорт лицейын ғына түгел, Рәсәйҙе данлай башҡорт егете. Артабан да уңыштар күп булһын!

Башҡорт егете башҡорт лицейын данлай
Башҡорт егете башҡорт лицейын данлай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: