+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙна урындары кемгә эләгер?

25 июлдә илдең юғары уҡыу йорттарына түләүһеҙ уҡыуға документтар ҡабул  итеү ваҡыты тамамланды. 3 - 9 августа уҡырға ҡабул итеүҙең төп этабы үтә.

Ҡаҙна урындары кемгә эләгер?
Ҡаҙна урындары кемгә эләгер?

27 июлдә конкурс исемлектәре төҙөләсәк. Ә 28 - 30 июлдә  олимпиада еңеүселәрен, льгота, квоталары булған абитуриенттарҙы уҡырға алалар.

Түләүле бүлеккә инеүселәр иһә документтарын 20 авгусҡа тиклем тапшыра ала. 

Әйткәндәй, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына барлығы 930 мең кеше документ тапшырған. Иң популяр йүнәлештәр - информатика, иҫәпләү техникаһы, медицина, педагогика. 

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: