Белем усаҡтарын яңы уҡыу йылына әҙерләйҙәр. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса федераль программа нигеҙендә әлеге ваҡытта республиканың 31 белем усағында эштәр бара. Уларҙың алтауһы яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ: Бишбүләк районы, Усаҡ-Кисеү, Баймаҡ интернат-лицейы, Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-лицейы, Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицей, Өфөләге 119-сы мәктәп, Әбйәлил районының Красная Башкирия мәктәбе.
Тағы 25 белем биреү учреждениеһында төҙөкләндереү эштәре ике йылға иҫәпләнгән. Улар 2025 йылдың 1 сентябренә үҙ ишектәрен асасаҡ.
Белеүегеҙсә, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса федераль программа ил Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Ике йыл эсендә беҙҙең республикала 140 мәктәп яңыртылды. Бында белем усағын яңы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, тирә-яҡ биләмәһен дә төҙөкләндереү, матурлау, яңы дәреслектәр, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү күҙ уңында тотола.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы 2025 – 2027 йылдарға ла ғариза биреп ҡуйған: республиканың тағы 360 мәктәбен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Фото: vk.com.