-4 °С
Ясно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
7 Августа 2024, 07:00

Зимфира Йосопова ярымфиналға сыҡҡан

"Классная тема" телешоуының өсөнсө миҙгеле ярымфиналына сығыусылар асыҡланған. Улар араһында Башҡортостандан Зимфира Йосопова ла бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зимфира Йосопова ярымфиналға сыҡҡанЗимфира Йосопова ярымфиналға сыҡҡан
Зимфира Йосопова ярымфиналға сыҡҡан

Проектта ҡатнашырға 6 мең 500 педагог ғариза биргән. Эксперттар 35 иң-иңен һайлап алған. Зимфира Йосопова – Башҡортсотан Республикаһының һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Көҙ башында тауыш биреү ысулы менән 7 педагогты һайлаясаҡтар. Еңеүселәр "Классная тема" телешоуында ҡатнашасаҡ. Был проект ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. 

Фото: education.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас