Баймаҡ интернат-лицейы районда ғына түгел, республикала ла алдынғы инновацион мәктәптәрҙән һанала ине. 2024 йылда капиталь төҙөкләндерелеп, полилингваль белем усағы итеп үҙгәртелде. Шулай уҡ дәреслектәр ҙә яңыртылған, ә уҡытыусылар квалификация күтәреү курстарында белемен камиллаштырған.
Быйылғы уҡыу йылында лицейҙа Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан V — XI синыфтарҙа 306 уҡыусы уҡый. Белем биреү башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә алып барыла. Бишенсенән башлап дәрестән тыш немец телен дә өйрәнәсәктәр.
Әйткәндәй, биш йылда республикала Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Учалы, Сибай, Мишкә, Хәйбуллала барлығы 8 полилингваль күп йүнәлешле белем усағы асылды.
Фото: education.bashkortostan.