Был белем биреү ойошмаларының ошо йүнәлештәге федераль проект буйынса үткән һайлап алыу конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Йәй көнө кабинеттар тейешле кимәлдә йыһазландырылды, кәрәкле ҡоролмалар һатып алынды. Уҡыусылар теоретик белем алһын, уны практик яҡтан нығытһын өсөн шарттар тыуҙырылды. Махсус синыфтарҙа һәм түңәрәктәрҙә үҫмерҙәр пилотһыҙ осоу аппараттарының конструкцияһын өйрәнәсәк. Уларҙы йыйып, осоуға әҙерләйәсәктәр һәм айырым майҙансыҡтарҙа осороу ҡағиҙәләрен үҙләштерәсәктәр.
Пилотһыҙ осоу аппараттары хәҙерге заманда төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла. Шуға ла махсус синыфтар һәм түңәрәктәр асылыуын киләсәккә бер аҙым, тип әйтергә мөмкин.
Фото: education.bashkortostan.