-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
16 Сентября 2024, 05:15

Полиция синыфтары арта

Республикала тәүге полиция синыфтары 2012 йылда асылғайны. Уларҙың һаны арта. Быйыл, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 6 мәктәп базаһында ошондай йүнәлешле синыфтар булдырылған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Полиция синыфтары артаПолиция синыфтары арта
Полиция синыфтары арта

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы вәкилдәре менән осрашыу үткән. Полиция синыфтары етәкселәренең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе тураһында мәсьәлә ҡаралған. Аҙна һайын полиция хеҙмәткәрҙәре йүнәлешле синыфтарҙа дәрестәр үткәрәсәк, был һөнәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырасаҡтар. Полиция синыфтарында уҡыусылар өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары подразделениеларына экскурсиялар ойоштороласаҡ.  

 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас