Ил Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән программа буйынса Башҡортостанда бөтәһе 140 мәктәп төҙөкләндерелде. "Федераль үҙәктән ярҙам беҙгә бик кәрәк. Республикала капиталь төҙөкләндереү күрмәгән иҫке мәктәптәр бар әле. Уларҙы ла тәртипкә килтерербеҙ. Колледждар һәм балалар баҡсалары буйынса ла ил кимәлендә программалар формалаштырыла", — тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Фотоларҙа — быйыл яңыртылған белем усаҡтарын күрәһегеҙ. Радий Хәбировтың сәхифәһенән алынды.