-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
28 Октябрь , 16:00

"Етегән" полилингваль слеты үтә

Бөгөн Өфөләге «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында «ЕТЕГӘН» полилингваль слёты башланды.

"Етегән" полилингваль слеты үтә
"Етегән" полилингваль слеты үтә

 Уны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы «СМАРТ» балалар үҫеше үҙәге ойошмаһы менән берлектә ойоштора. Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырыла.

Слётта полилингваль белем усаҡтарынан 12-15 йәшлек 120 уҡыусы ҡатнаша. Улар араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, «Ағиҙел»  полилингваль олимпиадаларында еңеүселәр һәм призерҙар бар.

Слёттың маҡсаты - балаларҙың һәләтен үҫтереү һәм уларға телдәрҙе өйрәнеүҙә ярҙам итеү.  Тренингтар, интенсивтар, ижади дәрестәр, урыҫ, башҡорт һәм инглиз телдәрендә оҫталыҡ дәрестәре, билдәле шәхестәр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

Телһөйәрҙәргә биш көн буйы республиканың төрлө мөйөштәренән килгән һәләтле тиҫтерҙәре менән танышыу, өс телдә аралашыу мөмкинлеге буласаҡ.

Билдәле булыуынса, биш йылда республикала Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Учалы, Сибай ҡалаларында, Мишкәлә, Хәйбуллала барлығы 8 полилингваль күп йүнәлешле белем усағы асылды. 

Фото: education-bash.bashkortostan.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: