7-се мәктәп "Мәғариф" милли проекты буйынса төҙөлгән. Республикала иң ҙур ауыл мәктәбе ул хәҙер.
Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. "Минең ҡарашҡа бик шәп килеп сыҡҡан. Иркен, яҡты кабинеттар, ҙур тамаша залы, ашхана, ике спорт залы, спорт майҙансыҡтары, заманса техника һәм ҡорамалдар – мәктәптә балаларға белем алыу һәм һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Уның районда алдынғы уҡыу йорто булырына ышанам", – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
Төҙөлөш былтыр мартта башланған. Яңы мәктәптең асылыуын уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Иглиндә йәш ғаиләләр күп, шуға ла республика етәкселеге унда тағы ла белем усағы, поликлиника ла төҙөүҙе планлаштыра.
Фото: vk.com.