Унда республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 392 уҡыусы ҡатнаша.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы иһә 11 ғинуарҙа сәнғәт буйынса бәйгенән башланып китә һәм 28 февралдә йәш иҡтисадсылар олимпиадаһы менән тамамланасаҡ.
Был һынауҙа ҡатнашыу - белемеңде күрһәтеү генә түгел, Рәсәй кимәленә үтеү мөмкинлеге лә. Әйткәндәй, йыл һайын олимпиадала миллионлап уҡыусы ҡатнаша, уларҙың 100 меңе генә төбәк этабына үтә.
Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, белермәндәр!