-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Января 2025, 10:16

Һуңғы ҡыңғырау тантаналары 24 майҙа үтәсәк

Быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантаналары 24 майҙа үтәсәк. Был турала Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы ҡыңғырау тантаналары 24 майҙа үтәсәкҺуңғы ҡыңғырау тантаналары 24 майҙа үтәсәк
Һуңғы ҡыңғырау тантаналары 24 майҙа үтәсәк

Ә аттестаттар тапшырыу тантаналары иһә туғыҙынсылар өсөн - 27 июндә (йома), ун беренселәр өсөн 28 (шәмбе) июндә буласаҡ.

Быйыл мәктәпте 50 меңдән ашыу IX, 15,5 мең тирәһе XI синыф уҡыусыһы тамамлаясаҡ. 

Ун беренселәр алтын һәм көмөш миҙалға дәҫүә итә ала. Алтын миҙал алыу өсөн урыҫ теленән һәм тағы бер фәндән Берҙәм дәүләт имтиханында 70 балл йыйырға кәрәк.

Ә көмөш миҙал өсөн аттестатыңда ике генә "дүртле" билдәһе булыуы, урыҫ теленән һәм тағы бер фәндән имтиханды 60 балға тапшырыуың шарт.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас