+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
17 Ғинуар 2025, 11:50

Теле барҙың иле бар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һуңғы йылдарҙа федераль исемлеккә ингән, шуға ла ул телһөйәрҙәрҙе үҙенә тағы ла нығыраҡ ылыҡтыралыр. 

Теле барҙың иле  барТеле барҙың иле  бар
Теле барҙың иле бар

Еңеүселәргә һәм призлы урын алыусыларға Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Тимәк, буласаҡ филологтар был һөнәргә мәктәп эскәмйәһенән үк йәлеп ителә, тигән һүҙ.

Олимпиада һәләтле уҡыусыларҙы, милләтебеҙҙең киләсәген билдәләрҙәй илһөйәр йәштәрҙе асыҡлау, туған телебеҙгә ҡарата һөйөүҙе арттырыу ниәтендә ойошторола. Быйылғы 39-сы тапҡыр үткәрелгән бәйгенең муниципаль этабында VII – XI синыфтарҙан 3 мең 470 бала ҡатнашҡан. Төбәк-ара этапҡа республикабыҙҙан һәм күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан бөтәһе 316 уҡыусы саҡырылған. Өфөлә уларҙы викторина, тест һорауҙарына яуап табыу, бирелгән тексты анализлауҙан торған финал көтә ине. Республикабыҙ мәҙәниәтен, тарихи шәхестәребеҙҙе, әҙәби әҫәрҙәрҙе, шулай уҡ башҡорт теле буйынса ҡағиҙәләрҙе яҡшы белеү талап ителде. Еңеүселәр һәм призёрҙар, һәр йылдағыса, башҡорт мәктәптәре, урыҫ мәктәптәрендә баш­ҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр, дәүләт баш­ҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, дауам итеп өйрәнеүселәр, күрше өлкә уҡыу­сылары араһында айырым билдәләнде.

Бәйгене ябыу тантанаһы Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Тел һәм рух байрамына йы­йыл­ған уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, жю­ри ағзаларын Баш­ҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне. Шулай уҡ телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә, киләсәккә ышаныслы тел белгестәре әҙерләүгә тос өлөш индергән абруйлы шәхестәр ҙә тәбрикләп, матур теләктәрен еткерҙе. Еңеүселәр исеменән ун беренселәр Илтимер Мырҙағолов һәм Диана Зайвый сығыш яһаны.
– Беҙ бөгөн оло тантанаға – рух һәм тел байрамына йыйылғанбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабында ҡатнашҡан һәр уҡыусы еңеүсегә тиң һәм ҙур хөрмәткә лайыҡ, тип уйлайым. Сөнки бында Башҡортостандың яҡты киләсәге, халҡыбыҙҙың иң белемле, иң талантлы, илһөйәр, телһөйәр балалары йыйылған. Мин үҙем олимпиадала өсөнсө йыл ҡатнашам. Беренсе йылда призёр булыуға өлгәшһәм, инде икенсе йыл рәттән еңеүсе булып танылдым. Әлбиттә, еңеү еңел генә бирелмәне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарихы, мәҙәниәте бик бай һәм йөкмәткеле, уны өйрәнеү ҙур тырышлыҡ талап итә. Һәр уҡыусының ҙур ҡаҙанышы артында остазының оло хеҙмәте тора. Форсаттан файҙаланып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыма, мине һәр саҡ күтәрмәләп торған атай-әсәйемә, дуҫтарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ә инде олимпиадала ҡатнашыусыларға ошо изге эштәрен артабан да дауам итеүҙәрен, халҡы менән бергә булыуҙарын теләйем. Сөнки Тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән кеше генә был тормошта үҙ урынын таба һәм юғары бейеклеккә күтәрелә ала, – тине Бөрйән егете Илтимер. Уның сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Еңеүселәрҙән тыш, 87 уҡыусы олимпиаданың призёры булды. Барыһына ла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
– Был олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнашам. Бик оҡшаны. Төрлө төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәрем ара­һында үҙемә яңы дуҫтар таптым. Уҡытыусым Әлиә Мәүлит ҡыҙы Сәғитоваға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Призёр булыуымда уның өлөшө бик ҙур. Ныҡлап әҙерлән­һәң, һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшеүе ауыр түгел. Бишенсенән алып туғыҙынсы синыфҡа тиклем бөтә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрен ҡарап сыҡтым. Мин тағы натюрморт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Былтыр рәсемдән республика олимпиадаһында призёр булғайным. Быйыл тағы 2 олимпиадала һынау тоттом, районда еңдем. Өфөлә һыҙма, рәсемдән республика этабында ҡатнашырға йыйынам, – ти Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптән Гөлнур Юлдашбаева. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төньяҡ-көнсығыш, Аҡмулла олимпиадаларында ла ҡатнашырға уйлай. Башҡорт теленән төп дәүләт имтиханын да һайлаған. Уңыштар юлдаш булһын.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан да бәйгелә йыл да күпләп ҡатнашалар. Быйыл да Вилдан Солтанғужин, Алһыу Кайбышева, Гөлсирә Рәхмәтуллина, Илсинә Баязитова призёр булды. Уҡытыусылары – Альбина Кайбышева һәм Римма Тимербулатова.
Вилдан гимназияға Ырымбур өлкәһе Һунарсы ауылынан VII синыфҡа уҡырға килгән.

– Башта башҡорт теле ауыр бирелде, әммә һуңынан туған телемде өйрәнеүе бик оҡшаны һәм ҡыҙыҡһыныу артты. Шулай итеп, ике йыл эсендә яҡшы итеп өйрәндем, туғыҙынсы синыфта олимпиадала үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм республикала призёр булдым, ләкин икенсе йылға еңеүсе булырға тырышасаҡмын. Олимпиада көндәре матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы, яңы дуҫтар ҙа таптым. Был бәйгене ойоштороусыларға рәхмәтемде әйтеп үткем килә, сөнки улар бик ҙур һәм изге эш башҡарҙы. Икенсе йылға тағы ла шундай дәртле сараны көтөп ҡалабыҙ! – ти ул.

Бөрйән районынан финалға 26 ҡыҙ һәм егет килгәйне. Береһе еңеүсе булһа, һигеҙе призлы урын яуланы. Илтимер Мырҙағоловтың етәксеһе Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитованан нисек ике йыл рәттән еңеүсе әҙерләүе тураһында һораштыҡ.
– Олимпиадала ҡатнашыу, уңышҡа өлгәшеү – иң һәләтлеләрҙең өлөшө. Уҡытыусының ошо баланы алдан күреп, уның менән йылдар дауамында эшләүе мөһим. 2019 йылда V «Д» синыфын ҡабул итеп алғас, тәүге дәрестәрҙән үк мине ике уҡыусы – Илтимер һәм Анастасия Григорьева хайран ҡалдырҙы. Илтимер, шиғырҙы уҡырға бирһәң, ятлап килә, ике шиғырҙың береһен ятларға, тиһәң, икеһен дә ятлап килә. Һәр дәресте иғтибар менән тыңлап, һәр эште еренә еткереп, өйгә эште теүәл үтәп, бай телмәрҙәре менән һоҡландырыуҙары ғына етмәгән, икеһе лә әҙәпле, ихтирамлы, олоһона-кесеһенә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороуҙары менән дә йәлеп итә ине улар. Илтимер бишенселә үк Сибай ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй кимәлендәге конференцияла Гран-при яуланы. Шул мәлдә үк ата-әсәһенә: «Илтимер IX синыфта төбәк-ара олимпиадала еңеүсе булырға тейеш», – тип әйттем. Ысынлап та, ул бар яҡлап һәләтле булып сыҡты. Мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнап, һәр конкурста ҡатнаша, спорт – иң яратҡан шөғөлө, сәмләнеп ярыштарҙа еңеү яулай, спорт тураһында тапшырыуҙар ҡарарға ярата, бөтә фәндәрҙән яҡшы өлгәшә, уҡыу алдынғыһы. Өҫтәүенә, бына тигән бейеүсе. Быйыл «Байыҡ» конкурсында яңғыҙ бейеү менән I урынды яуланы. Ул башҡорт теле буйынса төрлө конференцияларҙа ҡатнашып, гел еңеүсе һәм призёр булды. IX синыфта иң ҡыҙығы: район олимпиадаһынан ҡайтҡас, шул көндө үк атаһы уны Ейәнсураға ярышҡа алып киткән. Ҡышҡы каникулда әҙерләнгән ваҡытта, ул тағы спортты һайланы шул. Шулай итеп, IX синыфта еңеүсе булырға тейеш уҡыусым III урын алды. Ошонан һуң, унынсыла мотлаҡ еңеүсе булам, тип һүҙ бирҙе һәм һүҙендә торҙо. Быйыл да ул ныҡлап әҙерләнде, һөйләү турында иң юғары 50 балға лайыҡ булды. «Мин көн һайын китап уҡыйым, бер-ике көн уҡымаһам, ниҙер етмәй кеүек», – ти ул. Олимпиадаға әҙерләнгән ваҡытта Рәшит Шәкүрҙең «Арҙаҡлы башҡорттар» китабына мөкиббән китте. Илтимер хал­ҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһына, үҙенең тамыр­ҙарын төптән белә, һорауҙар бирергә әүәҫ һәм мотлаҡ үҙе белергә, аңларға теләгән яуапҡа өлгәшә. Ата-әсәһе лә улдарының уңыштарына һөйөнөп, бар яҡлап ярҙам итә, – тип һөйләне ул.
Бәйге тамам. Телһөйәр, илһөйәр балалар күберәк булһын.

                                         ОЛИМПИАДА ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ

Башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр:
IX синыф – Яҙгөл Хәйруллина, Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы;
X синыф – Динара Ҡәҙербәкова, Ейәнсура районы, Яңыбай мәктәбе.
XI синыф – Илтимер Мырҙағолов, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол мәктәбе.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр:
IX синыф – Рузанна Вәлиева, Илеш районы, Үрмәт мәктәбе;
X синыф – Наҙгөл Илһамова, Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия;
XI синыф – Миләүшә Дусиева, Баҡалы районы, Мостафа мәктәбе.
Дәүләт башҡорт телен башлап өйрәнеүсе уҡыусылар:
IX синыф – Регина Кузина, Бүздәк районы, Бүздәктәге 1-се мәктәп;
X синыф – Дарья Баскакова, Баймаҡ ҡалаһы, 2-се мәктәп; Милена Парушкина, Өфө районы, Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе;
XI синыф – Диана Зайвый, Әлшәй районы, Раевка ауылындағы Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафин исемендәге 2-се мәктәп.
Дәүләт башҡорт телен дауам итеп өйрәнеүсе уҡыусылар:

Хәниф Йосопов, Өфө ҡалаһы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге интернат-мәктәп;

X синыф – Сыңғыҙ Хәбиәхмәтов, Дәүләкән ҡалаһы, 3-сө башҡорт-интернат-гимназияһы;
XI синыф – Айсар Сәйетгәрәев, Өфө районы, Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе; Азалиә Шаһиева, Асҡын районы, Асҡындағы 2-се мәктәп.
Күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусылар:
IX синыф – Алһыу Сыңғыҙова, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе мәктәбе;
X синыф – Карина Ғабзалилова, Ырымбур өлкәһе, Новосергеев районы, Сулбаҙар мәктәбе;
XI синыф – Диана Бикәнәева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе мәктәбе.

 

 

 

Теле барҙың иле  бар
Теле барҙың иле  бар
Теле барҙың иле  бар
Теле барҙың иле бар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас