Унда видео-бәйләнеш форматында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцов һәм төбәк етәкселәре ҡатнашты.
Уҙған йылда программа буйынса 43 төбәктә 88 заманса корпус төҙөлгән.
"Балалар лагерҙарында хәрби-патриотик һәм спорт сменалары ойошторола. Президент тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителгән йылда был йүнәлештәрҙе көсәйтеү мөһим, тип һанайым. Был эшкә махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙы, беҙҙең Геройҙарҙы йәлеп итеүегеҙҙе һорайым", – тип белдерҙе Валентина Матвиенко.
Сергей Кравцов иһә 2024 йылда илдең балалар һауыҡтырыу үҙәктәрендә ял итеүселәр һаны 400 меңгә артыуын һәм 2025 йыл мәғариф системаһында Балалар ялы йылы тип иғлан ителеүен белдерҙе. Әйткәндәй, тиҙҙән "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәге 100 йыллығын билдәләйәсәк.
Фото: education.bashkortostan.