0 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
6 Февраля 2025, 11:41

Аттестат алыу өсөн ике имтихан биреү етә

Туғыҙынсы синыфтан һуң урыҫ теленән һәм математиканан ғына Төп дәүләт имтихандарын тапшырып, аттестат алырға мөмкин буласаҡ. Тик бөтә төбәктәрҙә лә түгел. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Аттестат алыу өсөн ике имтихан биреү етәАттестат алыу өсөн ике имтихан биреү етә
Аттестат алыу өсөн ике имтихан биреү етә

Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын айырым тәртиптә үткәреү тураһындағы ҡанун проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим иткән. Уның буйынса 2025 йылда эксперимент рәүешендә Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ростов, Төмән өлкәләрендә, Төнъяҡ Осетия Республикаһында туғыҙынсылар урыҫ теле һәм математика фәндәренән генә имтихан тапшырып, аттестат аласаҡ. X синыфҡа һәм һөнәри белем биреү учреждениеһына ла шул һөҙөмтәләр менән уҡырға инеү ҡарала.

ТАСС буйынса.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас