+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
20 Февраль 2025, 12:51

Оҫталыҡ дәресе үтте

"Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе" форумы барышында Өфө автотранспорт колледжы 106-сы “Берҙәмлек” лицейының VIII “Д” синыфы уҡыусыларын оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы.

Оҫталыҡ дәресе үттеОҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте

 Тәүҙә Әнисә Сәлих ҡыҙы Крючкова геодезия буйынса тау тоҡомдары темаһына дәрес үткәрҙе. Улар минералдарҙан нисек айырыла, тау тоҡомдарын нисек танырға – ошолар тураһында һөйләгәс, практик эш бирелде. Уҡыусылар ҡатылығын билдәләп, нимә икәнлектәрен әйтте. Мәҫәлән, тинлек аҡса менән сыйылһа, тимәк ул - кальцит. Ә тальк һәм гипсҡа тырнаҡ менән дә һыҙып була икән.

Артабан бер төркөм уҡыусыларҙы юл төҙөү материалдары темаһына ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе көтә ине. Ә икенсе төркөм Марина Борисовна Зарипова етәкселегендә нивелир һәм рейка менән эшләп ҡараны. Был ҡорамалдар төҙөлөштә бик кәрәк. Ер өҫтөндәге төрлө нөктәләрҙән бейеклек айырмаһын билдәләү өсөн ҡулланыла. Был иһә йорт, күпер йә юл төҙөлөшөнөң хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Төҙөлөштә ныҡ теүәллек талап ителә, иғтибарлы булыу кәрәк.

– Геодезия кабинетында үткән дәрес бик оҡшаны. Бындағы күргәҙмәлә минералдарҙың, тау тоҡомдарының ниндәйен генә күрмәнек?! Уҡытыусылар улар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡ белдек. Автотранспорт колледжына ҙур рәхмәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты туғыҙынсылар. Ҡайһы берәүҙәр ошо йүнәлеште оҡшатыуҙары тураһында ла әйтте. Ә оҫталыҡ дәресен ойоштороусылар уларҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡырҙы.

Ҡайһылыр өлкә менән ошолай яҡындан танышыу, йүнәлеш алыу киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итә лә инде. Әле Өфөлә барған “Йәш белгес – киләсәк төҙөүсеһе” тигән форумдың маҡсаты ла шул.

Автор фотолары. 

Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Оҫталыҡ дәресе үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас