+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
24 Февраля 2025, 04:10

Президенттар йыйыласаҡ

Мәктәп президенттарының Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Президенттар йыйыласаҡПрезиденттар йыйыласаҡ
Президенттар йыйыласаҡ

Мәскәүҙә 2 - 5 апрелдә үтәсәк сарала 200-ләп уҡыусылар үҙидаралығы әүҙемсеһе ҡатнашасаҡ. Һәр төбәктән 13 - 17 йәшлек ике президент һайлап алына. 

Ғаризаны 1 мартҡа тиклем https://forms.yandex.ru/u/679b6c07d04688c134b52c89/ һылтанмаһы буйынса тултырырға. Резюме, үҙең етәкләгән совет эшмәкәрлеге тураһында презентация, шулай уҡ үҙең йәшәгән төбәктең мәғариф системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрең яҙылған эссене беркетергә кәрәк буласаҡ.

Форумда ҡатнашыусыларҙан Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы уҡыусылар советы төҙөләсәк. 

Фото: com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас