+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ике һынау биреп, аттестат алырға теләүселәр күп

Дәүләт Думаһы Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын айырым тәртиптә үткәреү тураһындағы ҡанун проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул иткән.

Ике һынау биреп, аттестат алырға теләүселәр күпИке һынау биреп, аттестат алырға теләүселәр күп
Ике һынау биреп, аттестат алырға теләүселәр күп

Һүҙ 2025 йылда эксперимент рәүешендә илдең ҡайһы бер төбәктәрендә туғыҙынсыларҙың урыҫ теле һәм математика фәндәренән генә имтихан тапшырып, аттестат аласағы тураһында бара.

Беренсе уҡыуҙа исемлектә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ростов, Төмән өлкәләре, Төнъяҡ Осетия Республикаһы ғына булһа, әле Липецк, Түбәнге Новгород, Ростов, Саратов, Кемеров өлкәһе - Кузбасс, Камчатка һәм Краснодар крайҙары, Ямал-Ненецк автономиялы округы өҫтәлгән. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, төбәктәрҙән көн һайын ошо экспериментҡа индереүҙе һорап мөрәжәғәттәр килә икән.

Был тәжрибә IX синыфтан һуң һөнәри белем биреү учреждениеһына уҡырға инергә теләүселәр өсөн. 

Ҡанун проектын 18 мартта өсөнсө тапҡыр ҡараясаҡтар.

Фото: yanshishma.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас