+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Уҡытыусыларға һорау бирегеҙ

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының икенсе турына 23 уҡытыусы үткән.

11 мартта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025» төбәк-ара конкурсының «БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫНА ҺОРАУ БИР (ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ)» этабы көтөлә.

Уҡытыусыларға башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – барыһы ла бирә ала.

Бының өсөн һорауҙы видеоға яҙҙырып, rsentr@inbox.ru электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.

Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция»ла яңғыраясаҡ.

Фото: irorb.

Мәғлүмәт: https://irorb.ru/2025/03/03/bashҡort-tele-uҡytyusyһyna-һorau-bir/

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас