Ошондай мөрәжәғәт менән Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Музаевҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Әлеге ваҡытта имтихан Мәғариф министрлығы бойороғо буйынса 180 - 235 минут дауам итә. Уҡыусыларға был ваҡыт етмәй. Ҡатмарлы иҫәпләүҙәр талап ителгән йүнәлешле математика, физика кеүек фәндәрҙән имтихан тапшырыу ваҡытын 4,5 - 5 сәғәткә оҙайтыу уларға, ваҡыт етмәүенә борсолмайынса, белемдәрен күрһәтеп, тейешле баһа алырға мөмкинлек бирер ине, ти депутаттар.
Фото: minobr.