+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
11 Марта 2025, 06:09

Йәш медиктар уҡыясаҡ

Федераль программа буйынса төҙөкләндерелгән был мәктәптә медицинаны тәрәнәйтеп өйрәнәсәктәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш медиктар уҡыясаҡЙәш медиктар уҡыясаҡ
Йәш медиктар уҡыясаҡ

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәп тураһында әйтәбеҙ. Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов белдереүенсә, фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн унда бөтә шарттарҙы булдырырға тырышҡандар. Кабинеттар яҡты, заманса йыһазландырылған. Шулай уҡ ял итеп алыу өсөн дә шарттар бар.

Уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала.

Әйткәндәй, Башҡортостан "Мәктәптәрҙе модернизациялау" федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән белем усаҡтары һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас