+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Астрономдар ҡыуандыра

Астрономия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостан уҡыусылары төплө белемдәрен күрһәтеп, миҙалдарға лайыҡ булған.

Астрономдар ҡыуандыраАстрономдар ҡыуандыра
Астрономдар ҡыуандыра

Ябыу тантанаһы П.Л.Капица исемендәге "Физтех" лицейы технопаркының концерт залында үткән. Финалда Рәсәйҙең 49 төбәгенән иң көслө йәш астрономдар ҡатнашҡан. IX синыфтар араһында Өфөнән М.С.Пинский исемендәге инженер лицейынан Морат Абдуллин еңеүсе булған. Афарин!

Республикабыҙҙың Өфө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан 8 уҡыусы призерҙар иҫәбендә. Уҡыусылар олимпиадаға "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә Өфө университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Анна Шишкина етәкселегендә әҙерләнгән. 

Фото: avroracenter.

Астрономдар ҡыуандыра
Астрономдар ҡыуандыра
Астрономдар ҡыуандыра
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас