+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
2 Апрель 2025, 10:55

Йәш химиктар һынатманы

Ямал-Ненец автономиялы округында химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финалы үтте. Унда Башҡортостан уҡыусылары ла һынатманы.

Йәш химиктар һынатманыЙәш химиктар һынатманы
Йәш химиктар һынатманы

Илдең 73 төбәгенән 477 йәш химик ҡатнашҡан олимпиадала туғыҙынсылар араһында Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһынан Павел Шептунов еңеүсе исемен яуланы. 

Унынсылар араһында иһә Нефтекамалағы 1-лицейҙан Денис Филиппов - еңеүсе. Афарин!

Призлы урын алыусылар ҙа байтаҡ: Өфөләге 93-сө физика-математика лицейынан Софья Ананьева, Әлшәй районы Шафран мәктәбенән  Анна Кутьенкова, Республика инженер интернат-лицейынан Ильяс Ҡазыханов, Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейынан Динис Ғизәтуллин, Нефтекамалағы 1-се лицейҙан Әмин Ҡасимов.

Йәш химиктарҙы һәм уларҙың остаздарын ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото: avroracenter. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас