Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә палеонтология, минералогия и петрография, геологик киҫелеште төҙөү, дөйөм геология буйынса станцияларҙа иң-иңдәрҙе асыҡлағандар. Мауыҡтырғыс сарала төрлө синыфтарҙан 66 уҡыусы ҡатнашҡан. Улар - Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Баҡалы, Салауат, Өфө, Хәйбулла райондарынан.
Сессия Геологтар көнө алдынан үтте. Әйткәндәй, ул быйыл 6 апрелгә тура килә. Әлбиттә, йәш геологтар ярышын уҙғарыуға ошо өлкә буйынса эшләгән ойошмалар, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы булышлыҡ иткән. Еңеүселәргә дипломдар һәи иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
"Алтынтау" асыҡ мәктәбе республикала 2023 йылда булдырылғайны. Ул геология менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған балаларҙы берләштерә.
Фото: vk.com/bashrosgeo.