Илебеҙҙә икенсе тапҡыр уҙған сарала 180 мәктәп президенты һәм 90 мәктәп директоры кәңәшсеһе ҡатнаша.
Тәжрибә уртаҡлашыу, конкурс һынауҙары, һәр уҡыусынан "Лидер менән дәрес" тип аталған оҫталыҡ дәресе, Еңеү музейына сәйәхәт, Беренселәр хәрәкәте ойошмаһы идараһы етәксеһе, Рәсәй Геройы Артур Орлов менән осрашыу - бик йөкмәткеле уҙа форум.
Башҡортостан делегацияһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Фидан Күсәпов та бар. Һәр кем форумдан бай тәжрибә туплап, үҙенең мәктәбенә яңылыҡтар алып ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
Фото: com.