Башҡортостан уҡыусылары ла ̶ ил кимәлендә еңеүселәр исемлегендә. Яңыраҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы «Сириус» мәғариф үҙәгендә информатика олимпиадаһының финалы уҙҙы. Унда Рәсәйҙән 500-ләгән уҡыусы ҡатнашты.
X синыфтар араһында Республика инженер лицейынан Ғәлим Фазлетдинов һәм Шамил Ғәбитов еңеүсе булды! Ә IX синыфтар буйынса Өфөләге 16-cы гимназиянан Александр Смагин менән Октябрьскийҙәге 2-се гимназиянан Тимур Хәсәнов – призёрҙар. Афарин, ҡотлайбыҙ!
Фото: avroracenter.