+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
11 Апрель 2025, 14:05

"Халиҡов уҡыуҙары" үтте

«Халиҡов уҡыуҙары» VIII республика фәнни-ғәмәли конференцияһына эштәрен ебәреп, икенсе турға үтеүсе уҡыусылар Бүздәк районының 1-се урта мәктәбенә йыйылды.

Халиҡов уҡыуҙары үттеХалиҡов уҡыуҙары үтте
Халиҡов уҡыуҙары үтте

Быйыл сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды. Муллаян Халиҡов бюсына тантаналы рәүештә тере сәскәләр һалыуҙан һуң, сараны асып, Бүздәк районы башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Л.Н.Исхаҡова сығыш яһаны. «Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, иң белемле, иң тырыш уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен Бүздәк ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ, киләсәктә тағы ла көтөп ҡалабыҙ», – тине Ләйсән Наил ҡыҙы.

Ҡатнашыусылар өсөн мәктәп буйлап экскурсия, төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо.
Тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының тарих буйынса белгесе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев: «Бүздәк ере Муллаян Халиҡов, Әхтәм Кинйәкәев, Рифат Мәүлитов, Фаҡиһа Туғыҙбаева кеүек үҙҙәренең эштәре менән республикабыҙға хеҙмәт иткән билдәле ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән», – тине. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Ғәзизов Радмир Рәшит улы Ғәзизов теләк, тәҡдимдәрен еткерҙе.

Ойоштороу комитеты рәйесе Зилә Рауил ҡыҙы Мостафина әйтеүенсә, «Халиҡов уҡыуҙары»ның беренсе турына 407 эш ҡабул ителгән. Йылдан-йыл тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы эштәр килә. Уларҙы юғары белемле, тәжрибәле жюри ағзалары баһалаған. Положениеға тулыһынса тап килгән иң-иңдәре конкурстың йомғаҡлау этабына саҡырыла.
Артабан биш йүнәлеш буйынса секцияларҙа эш башланды. Мин «Минең шәжәрәм» һәм «2025 йыл юбилярҙары» секцияларында ҡатнаштым. Бик матур сығыштар ҡараныҡ. Уҡыусылар жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе.

Шаран районы Наратаҫты урта мәктәбенең IX синыфында уҡыған Артур Ихсанов (етәксеһе – Ишмеева Гөлнара Марат ҡыҙы) үҙенең фәнни-тикшеренеү эшендә нәҫел ептәрен барлап ҡына ҡалмаған, ғаиләләренә ҡағылышлы, быуаттарҙан быуаттарға тапшырылып килгән халҡыбыҙҙың милли йолалары, йәшәү рәүеше тураһында эҙләп тапҡан бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән уртаҡлаша. Туймазы районының 1-се Ҡандралағы 1-се мәктәбенән IV синыф уҡыусыһы Камил Латипов сығышында шәжәрә тураһында йыр ҙа башҡарып, таң ҡалдырҙы. Күмертау ҡалаһының 3-сө интернат-гимназияһынан VI синыфынан Вилена Вәлиева (етәксеһе Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы Йосопова) был секцияла еңеүсе булды.

Ә әҙәбиәт өлкәһендә юбилярҙарға бағышланған эше менән Баҡалылағы 1-се мәктәбенең IV синыфынан Зәлинә Ғиззәтуллина (етәксеһе – Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы) еңеүсе тип табылды. Уға шулай уҡ Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау хаты тапшырылды. Призерҙар араһында уҡыусым Хәтмуллина Гүзәлиә лә бар.
Ниһәйәт, бүләкләү тантанаһы етте. Сәхнәгә бер-бер артлы еңеүсе һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының дипломдарын алырға сыҡты. Уларҙың аҙымдары ныҡлы, ышаныслы. Ошондай илһйәрҙәр булғанда халҡыбыҙ тарихын өйрәнеү дауам итер.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт урта мәктәбе.

 

Фото: buzdyaknews.

Халиҡов уҡыуҙары үтте
Халиҡов уҡыуҙары үтте
Халиҡов уҡыуҙары үтте
Халиҡов уҡыуҙары үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас