Уҡыу программалары Берҙәм дәүләт һәм төп дәүләт имтихандары эштәре менән синхронлаштырыласаҡ. Үтелгән мәктәп программаһы имтихан һорауҙарына тап киләсәк һәм был һынауҙарға маҡсатҡа ярашлы әҙерләнергә мөмкинлек бирәсәк. Юғиһә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә уҡыу программаһы менән БДИ араһында айырма барлығы тураһында әйтеп, был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ҡушҡайны.
Тағы бер яңылыҡ: бөтә тикшереү һәм контроль эштәр уҡыу ваҡытының 10 проценттан артығын алмаҫҡа тейеш. Бында Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре лә инә.
Фото: yanshishma.