+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
16 Апрель 2025, 09:00

Ата-әсәләр ҙә күҙәтәсәк

Быйылдан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу пункттарында ата-әсәләрҙән дә вәкил буласаҡ.

Ата-әсәләр ҙә күҙәтәсәкАта-әсәләр ҙә күҙәтәсәк
Ата-әсәләр ҙә күҙәтәсәк

Улар БДИ ваҡытында сығарылыш синыфы уҡыусыларының хоҡуҡтары үтәлешен һәм имтихан тапшырыу шарттарын күҙәтәсәк. Был яңылыҡ тураһында Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Музаев Федерация Советы комитеты ултырышында белдерҙе.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова иһә сенаторҙарға үҙ төбәктәрендә ата-әсәләрҙә борсоған һорауҙарҙы йыйып, Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәтенә ебәрергә тәҡдим итте. Ул шулай уҡ Федерация Советы майҙансығында Берҙәм дәүләт имтиханы процедураһы менән яҡындан таныштырыу өсөн сенаторҙарға һынау үткәреп ҡарарға мөмкин, тип белдерҙе. Анзор Музаев тәҡдимде ҡабул итте.

 

Фото: obrnadzor.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас