+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
21 Апрель 2025, 05:45

Артур Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан

Патрис Лумумба исемендәге Мәскәү халыҡтар дуҫлығы университетында хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының  йомғаҡлау этабы уҙҙы.

Артур Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡанАртур Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан
Артур Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡан

Унда илебеҙҙең 79 төбәгенән 391 уҡыусы ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙҙың төплө белем күрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ҡыуаныслы. Бөрөләге 1-се мәктәптән XI синыф уҡыусыһы Ангелина Яндыганова абсолют еңеүсе исемен яуланы. Шулай уҡ Өфөләге Николай Черных исемендәге 91-се гимназиянан Артем Жук — еңеүсе. X синыфтар араһында — Мәләүездәге 3-сө гимназиянан Анастасия Иванова, ә туғыҙынсылар араһында Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптең Сәйетҡол филиалынан Артур Айытҡолов I урынға лайыҡ булды. Призёрҙар исемлегенә инеүселәр ҙә бар.

Олимпиада өс турҙа уҙған. Йәш хоҡуҡ белгестәре ораторлыҡ оҫталыҡтарын күрһәткән, үҙҙәренең позицияһы дөрөҫлөгөн иҫбатларға кәрәк булған. Яҙма турҙа хоҡуҡ фәненең төрлө өлкәләре буйынса һорауҙарға яуап биргәндәр. Практик өлөшөндә кейстар эшләгәндәр, проекттарын яҡлағандар. Быйыл тәүгә һалым темаһына ҡағылышлы эштәр ҙә булған.

—49 бала уҡыған бәләкәй генә ауыл мәктәбе уҡыусыһының шундай кимәлгә барып етеүе беҙҙең өсөн генә түгел, бөтә район өсөн  ҙур ғорурлыҡ. Артур — бик һәләтле, аҡыллы бала. Уға уҡыу еңел бирелә. VII синыфтан төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша башланы: иҡтисад буйынса төбәк этабында призёр булды. VIII синыфта Гагарин кубогына үткән олимпиадала республикала йәмғиәтте өйрәнеү буйынса призлы урын алды. Быйыл инде Рәсәй кимәлендә еңеүе менән ҡыуандырҙы! Артурға артабан да уңыштар теләйбеҙ, — ти синыф етәксеһе Гөлфирә Сәлихова.

Күгәрсен егетен беҙ ҙә ихлас ҡотлап, нисек уңышҡа өлгәшеүе серҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
— Беҙҙең мәктәптә көслө уҡытыусылар белем бирә. Ә хоҡуҡ фәне менән былтыр йәйге каникулда ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Һайлап алыу турында ҡатнашып, республиканың «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендәге Башҡорт хоҡуҡ мәктәбенә индем. 2024 йылдың авгусынан ошоға тиклем көн дә тиерлек онлайн дәрестәрҙә шөғөлләндем, тейешле китаптарҙы уҡыным, хоҡуҡтарҙы өйрәндем. Был мәктәптә белем алыу бик оҡшай. Хоҡуҡ менән бергә математика, әҙәбиәт, тарихтан да темалар килеп ҡушылды. Бар белемемде ҡулланып, Рәсәй кимәлендә еңеүгә ынтылдым, — ти Артур.

Башҡорт хоҡуҡ мәктәбенең төп тренеры — Дмитрий Андревич Мальцев. Һәләтле балалар менән шулай айырым шөғөлләнеү бына ниндәй юғары һөҙөмтә бирә.
Артур «бишле»гә генә өлгәшә. Шахмат уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә лә ярата. Буш ваҡыттарында, әлбиттә, өйҙә һәм атаһына ҡыр эштәрендә ярҙам итә.

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе һәм призёры дипломдары илдең абруйлы юғары уҡыу йорттарына шул йүнәлеш буйынса имтихан тапшырмайынса инеү хоҡуғын бирә. Шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Артур Айытҡоловҡа киләсәктә лә юғары уңыштарға өлгәшеп, республикабыҙҙың данын күтәреүен теләйбеҙ.

Фото: avrora_rb.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас