

Шулай итеп, бар белем усаҡтары бер сценарий буйынса йәшәй башлай. Был балаларҙың уҡыу йөкләмәһен кәметеү, аҙна буйы тигеҙ итеп бүлеү өсөн эшләнә.
Нисә һәм ниндәй дәрестәр булыуы, контроль эштәр ниндәй күләмдә рөхсәт ителә - барыһы ла асыҡ күренеп торасаҡ. Әлбиттә, белем усаҡтары төрлө, улар берҙәм дәрестәр теҙмәһен үҙгәртә аласаҡ, әммә берҙәм федераль талаптар үтәлергә тейеш.
Һуңғы ваҡытта мәғариф өлкәһендә күп кенә яңылыҡтар тураһында ишетәбеҙ, дөйөм стандарттар булдырыу буйынса эш тамамлана.
Фото: dzeninfra.