

Президент Владимир Путин яңы ҡанунға ҡул ҡуйған: колледж тамамлағас, юғары уҡыу йортона белем алған йүнәлешеңә тап килгән һөнәр буйынса ғына Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырмайынса уҡырға инергә мөмкин буласаҡ. Мәҫәлән, дизайн буйынса уҡығанһың икән, артабан белемеңде шул уҡ факультетта камиллаштырыуыңды дауам итер өсөн ҡабул итеү һынауҙарын ғына тапшыраһың. Әйтәйек, колледжда медсестраға уҡып, юғары уҡыу йортонда бөтөнләй икенсе һөнәр үҙләштерергә теләһәң, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнергә тура киләсәк.
Фото:sun9-64.