

Математиканан һынау булды. Башҡортостанда был этапҡа биш уҡыусы теркәлгән. 25 апрелдә - урыҫ теленән, 29-ында информатика, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү, химия фәндәренән, 6 майҙа биология, география, сит телдәр, физика, тарих буйынса һынауҙар буласаҡ.
Май уртаһында резерв көндәр билдәләнгән. Ә Төп дәүләт имтиханының төп этабы 21 майҙан 16 июнгә тиклем дауам итәсәк.