+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйыла

12 - 13 майҙа Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа. Унда 650 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйылаБашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйыла
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡорға йыйыла

Съезд рәсми рәүештә 13 майҙа асыла. Был көндө йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 2-се «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.З.Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында ойошторола. Шулай уҡ майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар үтә.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас